Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Салауат районындағы юл фажиғәһендә һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡланды

Хәл-ваҡиғалар

28 июлдә Кропачево-Мәсәғүт-Әчит трассаһында «Ман» йөк машинаһы һәм «Форд Транзит» пассажир автобусы ҡатнашлығындағы авария ике ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере өҙҙө. Икеһе лә – Башҡортостандың Салауат районы Ахун ауылынан.

29 йәшлек ҡыҙ самолетта ире менән Ҡырымға осоу өсөн Өфөгә китеп барған  [ул былтыр ғына кейәүгә сыҡҡан – ред.]. Ләкин уҡытыусы һәм «диңгеҙ музейы» етәксеһе Рауил Саматовтың ҡыҙы ял итеү урынына барып етә алмаған.

«Ҡыҙым менән кейәүем Ҡырымға ял итергә барырға тейеш ине, авиарейсҡа билет һатып алғайнылар, — бына ял иттеләр... Ҡыҙыңды йәш кенә килеш юғалтыуы бик ауыр», — тип һәләк булған ҡыҙҙың атаһының һүҙҙәрен килтерә «Салауат ерендә» гәзите.

Икенсеһе — Ахун ауылында тыуып үҫкән 49 йәшлек ханым. Ул 97 йәшлек сирле өләсәһен күрергә ҡайтҡан. Ханым өләсәһенең хәлен белгән, ләкин үҙенең өйөнә ҡайтып етмәгән.

Алдан хәбәр ителгәнсә, республиканың Тәфтиш комитеты һәм Эске эштәр министрлығы үлемесле авария факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәләк булғандарҙың ғаиләләренең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/1478000-stali-izvestny-lichnosti-pogibshikh-passazhirov-v-dtp-v-salavatskom-rayone-bashkirii-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть