Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан турист-рекреация кластерҙарын булдырыу конкурсының финалсылары иҫәбенә инде

Йәмғиәт

Башҡортостан Рәсәйҙә турист-рекреация кластерҙарын булдырыу һәм экотуризмды үҫтереү өсөн федераль конкурстың финалсылары иҫәбенә инде. Был хаҡта 28 июлдә Рәсәй Федерацияһы Президентының тәбиғәтте һаҡлау, экология һәм транспорт эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов етәкселегендәге конкурс комиссияһы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса билдәле булды.

«Финалсылар иҫәбенә 7 федераль округтан 30 субъект инде. Финалға сыҡҡан проекттар һаны буйынса беренсе урында — 7 проект менән Алыҫ Көнсығыш федераль округы. Икенсе урынды Волга буйы федераль округы алды — 6 проект. Өсөнсө урынды Төньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк һәм Себер федераль округтары бүлеште — һәр береһендә 5-әр проект. Көньяҡ федераль округында — 4, Урал федераль округында 2 проект финалға сыҡты», — тип хәбәр ителә конкурстың рәсми сайтында.

Башҡортостандан федераль грантҡа һәм Стратегик башланғыстар агентлығынан профессиональ ярҙамға ике проект дәғүә итә. Улар араһында — «Мәғрүр Ирәмәл». Уға «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм «Урал-Тау» дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәләре инде.

Икенсе проект — «Башҡортостан йөрәге», уға «Еҙем» тәбиғәт паркы, «Башҡортостан» милли паркы, Торатау, Толпар шыршылыҡтары, Киндерле-Леднев-Октябрьский мәмерйә системаһы, Туғар һалған күле, Аҫҡын боҙ мәмерйәһе ҡарай.

Эксперттар фекеренсә, Башҡортостан эске туризмды һәм эко-туризмды үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур мөмкинлеккә эйә. Республиканың төп өҫтөнлөгө — географик яҡтан уңайлы урын һәм төрлө, һоҡланғыс тәбиғәт.

Бындай кластерҙарҙың төп маҡсаты — туристар ағымын яйға һалыу.

https://www.bashinform.ru/news/1477854-bashkiriya-voshla-v-chislo-finalistov-konkursa-na-sozdanie-turistsko-rekreatsionnykh-klasterov/

  

Альмира Давлетбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть