Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

30 июль — Башҡортостанда ҡыҫҡартылған эш көнө

Йәмғиәт

Башҡортостанда 30 июлдә, Ҡорбан байрамы алдынан, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип иҫкә төшөрҙөләр республика Хеҙмәт министрлығында.

Республика хөкүмәте ҡарары буйынса, 31 июль – Ҡорбан байрамы эшләмәгән байрам көнө тип иҫәпләнә.

Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тап килә. Шуға кесаҙна, 30 июлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда Ҡорбан байрамына бәйле 2020 йылдың 31 июле, 1 һәм 2 авгусы ял көндәре тип иҫәпләнә.

«Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә Ҡорбан байрамы отпуск иҫәбенә индерелмәй», — тип өҫтәнеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.  

https://www.bashinform.ru/news/1477883-30-iyulya-v-bashkirii-sokrashchennyy-rabochiy-den-/

  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть