Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Бөрөлә, Бәләбәйҙә һәм Ишембайҙа йәмәғәт киңлектәрен асыу ваҡыты аталды

Иҡтисад

Башҡортостанда көҙ көнө Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсы гранттарына төҙөкләндерелгән өс ҡала биләмәһе асылыуы ихтимал. Республикала бөтәһе һигеҙ ошондай биләмә бар.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәте буйынса, 26 сентябрҙә — «Бөрө ваҡыты» архитектура-парк ансамблен, 3 октябрҙә — Бәләбәйҙә «Йырлаусы шишмәләр паркы»н, 10 октябрҙә Ишембайҙа майҙансыҡты файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Объекттарҙы Аскаков көндәре, Республика көнө, Ғаилә көнө саралары барышында асыу планлаштырыла. Ошо өс ҡала 2019 йылда грант алды.

Дүртөйлө, Мәләүез, Ағиҙел, Яңауыл һәм Николо-Березовка 2020 йылдың февралендә грантҡа лайыҡ булды. Әле подрядсыларҙы һайлап алыуға конкурстар үткәрелә.

  https://www.bashinform.ru/news/1477704-v-bashkirii-osenyu-otkroyutsya-tri-gorodskikh-obekta-blagoustroennye-na-federalnye-granty/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть