Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Күмәкләп урамда йөрөү тыйыла»: Өфө мэры десантсыларға үтенес менән мөрәжәғәт итте

Йәмғиәт

Өфө мэры Өлфәт Мостафин 28 июлдә ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Рәсәйҙең Һауа десанты ғәскәрҙәре көнө алдынан десантсыларға үтенес менән мөрәжәғәт итте.

«Алдағы ял көндәрендә, Ҡорбан байрамынан тыш, тағы бер байрам – 2 августа Рәсәйҙең Һауа десанты ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайым һәм хөрмәтле десантсыларыбыҙға ғәмәлдәге сикләүҙәргә һәм санитар талаптарға иғтибар итеүҙәрен һорайым», — тине Өлфәт Мостафин.

Әлегә республика биләмәһендә күмәкләп урамда йөрөү тыйыла. Десантсыларҙың Өфө хакимиәте башлығының һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырмы, юҡмы, ваҡыт күрһәтер.  

https://www.bashinform.ru/news/1477694-massovye-gulyaniya-pod-zapretom-mer-ufy-obratilsya-k-desantnikam-s-prosboy/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть