Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда шартлау яңғыраған: дүрт кеше зыян күргән

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандың Иглин районы Урман ауылында, элекке ҡорал склады биләмәһендә, 28 июлдә шартлау яңғыраған. Боеприпастар шартлауы арҡаһында дүрт кеше зыян күргән. Улар дауаханаға оҙатылған. «Интерфакс-Поволжье» агентлығына Урман ауыл Советы башлығы Рафаэль Калкаманов хәбәр итеүенсә, был хәл боеприпастар йыйыу һәм утилләштереү менән шөғөлләнгән подряд ойошмаһы эштәре ваҡытында булған.

Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт буйынса эштәр башҡарған ойошма хеҙмәткәрҙәре зыян күргән, тип өҫтәне ул.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, баҫыуҙа снарядты йыйған саҡта ул ҡапыл шартлаған.

«Урынға Рәсәй Тәфтиш комитеты тәфтишселәре һәм полиция хеҙмәткәрҙәре составында тәфтиш-оператив төркөм килгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип аңлатма бирҙеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/1477664-v-bashkirii-progremeli-vzryvy-postradali-chetyre-cheloveka/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть