Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан пневмониянан вакцина һатып алыуҙы биш тапҡырға арттырҙы

Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостанда 21 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм 60 йәштән өлкәндәр пневмониянан прививка алды. Быйыл республика ошо инфекциянан вакцина һатып алыуҙы биш тапҡырға арттырҙы: федераль бюджет иҫәбенә бер йәшкә тиклемге 43 800 балаға һәм 40 500 сабыйға ҡабаттан вакцина һалыу өсөн 95 600 доза һатып алынды.

«Эпидемиологтар менән кәңәшләшеп, республикала дауахананан тыш пневмониянан өҙлөгөү сәбәпле үлем осраҡтарын кәметеү өсөн тиҙ бирешеүсән төркөмдәр араһында ныҡлы иммунитет булдырырға ҡарар иттек, — тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. — Артабан да оло быуынды ошо хәүефле инфекциянан тулыһынса яҡлау өсөн вакцинация темпын шул уҡ кимәлдә һаҡларбыҙ. Тикшеренеүҙәр раҫлауынса, өлкәндәрҙә пневмококтан иммунитет биш йылдан ашыу һаҡлана».

Республика өлкән йәштәгеләрҙә иммунитет булдырыуҙы 15 авгусҡа тиклем тамамларға ниәтләй. Бөтәһе 40 мең кешегә прививка яһау күҙаллана. Был күрһәткес былтырғынан дүрт тапҡырға күберәк.

Башҡортостанда үпкә сирле 60 йәштән өлкән 68 989 кеше медицина ойошмаларында иҫәптә тора. Ҡалған 18 989 кешегә прививка эшләү 2021 йылға планлаштырыла. Шулай уҡ башҡа хәүеф төркөмдәре өсөн пневмококк вакцинаһын һатып алыу күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/1477546-bashkiriya-v-pyat-raz-uvelichila-zakupku-vaktsin-ot-pnevmonii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть