Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Краснодар крайы курорттарынан ҡайтыусыларҙы коронавирусҡа тикшерә башлайҙар

Йәмғиәт

Башҡортостанда Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан ҡайтыусыларҙы аэропортта, авто- һәм тимер юл вокзалында, шулай уҡ автомобилдә сәйәхәт итеүселәр өсөн өйҙә коронавирусҡа тикшерә башлайҙар. 28 июлдә Башҡортостан Республикаһында коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Уны республика башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы.

Хәҙер барлыҡ курорттарҙа ла ял итеүселәр күп, социаль дистанция һаҡланмай, кешеләр битлек кеймәй – был инфекцияның таралыуына булышлыҡ итә, тип билдәләнде Штаб ултырышында. Шулай уҡ Рәсәйҙең көньяғындағы бер нисә ҡалала һәм районда коронавирус инфекцияһы сығанағы бар. Айырыуса Краснодар крайы (Сочи, Адлер, Анапа һәм башҡа), Ҡырым (Ялта, Алушта, Евпатория) курорттарында ял итеп ҡайтҡандарҙы тикшерәләр.

Оператив Штаб быйыл Башҡортостанда йәшәүселәргә курорттарға барыуҙан тыйылып торорға кәңәш бирә, сөнки коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе һаҡлана, ә курорттарҙа ул юғары.  

https://www.bashinform.ru/news/1477493-otdykhayushchikh-na-kurortakh-krasnodarskogo-kraya-budut-proveryat-na-koronavirus-/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть