Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Дуҫлыҡ монументында яр буйына ер аҫты үткәүеле асылды

Иҡтисад

Өфөлә капиталь ремонттан һуң Воровский урамы аҫтында үткәүел асылды.

Проект Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү барышында башҡарылды.

Йәйәүлеләр үткәүеле 1978 йылда асылған. Бер нисә йыл файҙаланғандан һуң авариялы хәлендә булыуына бәйле ул ябылған. Реконструкциялау эштәре 2019 йылдың яҙында башланды.

Хәҙер үткәүел яр буйын Салауат Юлаев баҡсаһы менән тоташтыра, уның оҙонлоғо – 142 метр.

Подряд төҙөлөш ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре инженерлыҡ коммуникациялары үткәрҙе, монолит эштәрен башҡарҙы.

«Бынан тыш, ер аҫты үткәүеле 13 видеокамера, яҡтыртыу ҡорамалдары һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн күтәрелмәле платформа менән йыһазландырылды», — тип билдәләнеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/1477418-v-ufe-posle-rekonstruktsii-otkryli-perekhod-na-ulitse-vorovskogo/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть