Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала ирекмәндәргә түләү тураһында закон көсөнә инде

Иҡтисад

Республикала «Башҡортостан Республикаһында хәйриә һәм ирекмәндәр эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы тураһында» законға төҙәтмәләр көсөнә инде.

Хәҙер ирекмәндәр ғүмер йәки һаулыҡ өсөн хәүеф менән бәйле хәлдәрҙә аҡсалата компенсацияға иҫәп тота ала. Һаулығына зыян килгән осраҡта, ирекмәнгә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Әгәр ул һәләк булһа, пособие уның ғаиләһенә түләнә. Түләүҙәр төбәк бюджеты аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Түләү шарттарын, күләмен һәм тәртибен республика хөкүмәте билдәләй.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, коронавирусҡа бәйле хәл арҡаһында законға ошондай төҙәтмәләр индерелде.

«Башҡа кешеләргә ярҙам итеп, ирекмәндәр үҙ ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Уларҙың күптәре сир йоҡторҙо. Бындай хәлдә дәүләт яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Беҙ республика кимәлендә ирекмәндәрҙе яҡлау сараларын әҙерләүҙе дауам итербеҙ һәм ирекмәнлек хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын киңәйтеү башланғыстары менән федераль кимәлгә сығырбыҙ, моғайын», – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
https://www.bashinform.ru/news/1477209-v-bashkirii-vstupil-v-silu-zakon-o-vyplatakh-volontyeram/

            

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть