Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Салауат Юлаев» ҡатнашлығындағы Башҡортостан Республикаһы Кубогы тамашасы менән үткәрелә

Спорт

10 авгусҡа «Өфө-Арена»ла Башҡортостан Республикаһы Кубогы өсөн миҙгел алды хоккей турниры планлаштырылған. Төп трофей өсөн «Салауат Юлаев», Түбәнге Каманан «Нефтехимик», Силәбенән «Трактор» һәм Череповецтан «Северсталь» командалары көрәшә.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры Александр Курносов билдәләүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында турнир тамашасы менән үткәрелә. Әммә, Роспотребнадзор тәҡдимдәре буйынса, «Өфө-Арена»ла сикләүҙәр ғәмәлдә була.

«Аренаға тамашасының дөйөм һанынан 10 проценты ғына индерелә, — тип хәбәр итте Курносов БСТ телеканалына. — Бөтә шарттар булдырабыҙ: контактһыҙ термометрия, битлек режимын тикшереү, битлектәр кәрәк булыр, моғайын. Был Континенталь хоккей лигаһы миҙгеле алдынан репетиция була».

27 июлдә Өфөлә йәштәр командалары араһында «Салауат Юлаев» хоккей клубы кубогы башлана. Был турнир тамашасыһыҙ уҙғарыла.

https://www.bashinform.ru/news/1477030-kubok-respubliki-bashkortostan-s-uchastiem-salavata-yulaeva-proydet-v-ufe-so-zritelyami-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть