Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.15 ↓

EUR 85.92 ↑

12 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда балалар өсөн онлайн-сменалар эшен тергеҙәләр

Йәмғиәт

Башҡортостанда 20 июлдән мәктәп яны һәм ҡала ситендәге лагерҙарҙың эшләй башлауын йәнә күсереүҙәре сәбәпле онлайн-сменалар асыла.

Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров хәбәр итте.

«Беҙ балаларҙың үҙ ҡарамағына ҡалдырылыуын аңлайбыҙ, әлбиттә. Был ата-әсәләр өсөн өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, шуға күрә 20 июлдән онлайн-сменаларҙы тергеҙергә тигән ҡарар ҡабул иттек. Йәй башында улар үҙҙәрен һәйбәт күрһәтте», — тип билдәләне Фәнүр Йәғәфәров.

Дөйөм алғанда, Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән 89 меңдән ашыу бала онлайн-сменаларҙа ҡатнашты ла инде.

Онлайн-сменаларға инеү бушлай. Бының өсөн интернет ҡына кәрәк.

«Тематик сменалар ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам. Балалар өсөн бизнес-проекттарҙың презентациялары, квиз-плиздар (интеллектуаль-күңел асыу ярыштары), челлендждар, «Йәш профессионалдар (Ворлдскиллс Рәсәй)» тәҡдим иткән компетенциялар нигеҙендә юниор ярыштары. Шулай уҡ «Уңышлы балалар мәктәбе», кибер-спорт буйынса ярыштар, «Эшлекле этикет», «Халыҡ алдында сығыш яһа» модулдәрен, «Республикабыҙ брендтары» проекты сиктәрендә балаларҙың ижади сығыштарын ойошторорбоҙ. Һылтанмаларҙы ҡайҙан эҙләргә һәм программаларға нисек ҡушылырға икәнен һуңынан яҙырмын. 20 июлдә башлайбыҙ», — тип өҫтәне вице-премьер.
https://www.bashinform.ru/news/1473422-v-bashkirii-vozobnovlyayut-rabotu-onlayn-smeny-dlya-detey/

  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть