Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.15 ↓

EUR 85.92 ↑

12 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда «Ирәндек моңдары» конкурсын уҙғарыу ваҡыты билдәләнде

Мәҙәниәт

Башҡортостанда онлайн-ойоштороу комитетында башҡорт йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсын уҙғарыу ваҡыты билдәләнде. Быйыл ул 21-22 августа Сибайҙа ойошторола.

Положениеға ярашлы, конкурста 7-16 йәшлек балалар, 17-65 йәшлек үҙешмәкәр башҡарыусылар, 17-45 йәшлек профессиональ башҡарыусылар ҡатнашырға мөмкин.

7-16 йәшлек балалар араһында конкурс 10 августа бер турҙа онлайн үткәрелә.

Һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында ике турҙа ойошторола:

беренсе тур 10-11 августа онлайн режимда;

икенсе тур 21 августа уҙғарыла, беренсе турҙан үткәндәр ҡатнаша.

22 августа Сибайҙың үҙәк майҙанында гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү була.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар һәм башҡарыусының видеоһы 5 авгусҡа тиклем https://im.sibaytv.ru сайтында ҡабул ителә.

Ойоштороу мәсьәләләре буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенә (8 347 289 65 50), Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә (8 (34775) 2-30-90, 2-28-97) мөрәжәғәт итергә.

  https://www.bashinform.ru/news/1473051-v-bashkortostane-opredelili-sroki-provedeniya-konkursa-ir-ndek-mo-dary/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: конкурс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть