Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.15 ↓

EUR 85.92 ↑

12 август, Шаршамбы

Уфа   °

1 октябрҙән социаль пособиелар «МИР» картаһына ғына күсерелә - Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы

Иҡтисад

1 октябрҙән социаль пособиелар «МИР» картаһына ғына күсерелә, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.

Был яңылыҡ социаль пособие алыусыларҙың һәммәһенә лә ҡағыла. Улар араһында — «чернобылселәр»гә түләүҙәр, төрлө балалар пособиелары.

«Башҡа түләү системаларының карталарын файҙаланған алыусыларға уларҙы «МИР» картаһына алмаштырырға һәм актуаль реквизиттарҙы Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына тапшырырға йә иһә быны Күп функциялы үҙәк бүлексәләре аша эшләргә кәрәк. 2020 йылдың 1 октябренән һуң социаль түләү башҡа системаларға (MasterCard, Visa) күсерелмәй», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Кемдәргә социаль түләүҙәр вклад буйынса иҫәпкә (һаҡлыҡ кенәгәһенә) күсерелә йәки почта менән килтерелә, уларға 1 октябрҙән бер ни ҙә үҙгәрмәй. Улар түләүҙәрҙе шул уҡ тәртиптә ала.

Ойошманы һәм социаль түләүҙәрҙе алыу ысулын алыусы үҙе генә билдәләй. Теләгән ваҡытта аҡсаны килтереү ысулын үҙгәртергә мөмкин. Бының өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына йәки Күп функциялы үҙәккә ғариза бирергә кәрәк.  

https://www.bashinform.ru/news/1473143-s-1-oktyabrya-sotsialnye-posobiya-budut-perechislyat-tolko-na-kartu-mir-mintrud-bashkirii/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть