Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.15 ↓

EUR 85.92 ↑

12 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың 30-ҙан ашыу мәктәбе мультимедиалы комплекстар менән йыһазландырыла

Йәмғиәт

Быйыл 32 башҡорт һәм рус теле кабинеттарын мультимедиалы комплекстар менән йыһазландыралар, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Мәктәптәрҙе мультимедиалы комплекстар менән йыһазландырыу Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ярҙамында мөмкин булды.

Яҙ көнө республиканың рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыуға дәғүә иткән ҡала һәм ауыл мәктәптәре араһында конкурс нигеҙендә һайлап алыу ойошторолдо. Мультимедиалы комплекс комплектында интерактив таҡта, проектор, ноутбук һәм күп функциялы ҡоролма бар.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 32 мәктәп еңеүсе тип танылды. Улар араһында — Октябрьскийҙың 13-сө урта мәктәбе, Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, Ағиҙелдең Холбан исемендәге 1-се урта мәктәбе, Баҡалының 1-се урта мәктәбе, Малаяҙ башҡорт гимназияһы һәм башҡалар. Мәктәптәрҙең тулы исемлеге менән бында танышырға мөмкин.

«Әле ошо дөйөм белем биреү ойошмаларында интерактив таҡталар һәм проекторҙар ҡуйыла. Июль аҙағына тиклем ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар урынлаштырыла. Уҡыу йылы башланыуға кабинеттар тулыһынса йыһазландырыла, — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында. — Һис шикһеҙ, ошондай ярҙам сараһы мәктәптәрҙә республиканың дәүләт телдәрен уҡытыу сифатын яҡшыртыр һәм балаларҙың уларҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыр».

https://www.bashinform.ru/news/1473035-bolee-30-shkol-bashkirii-osnastyat-multimediynymi-kompleksami/

  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть