Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.15 ↓

EUR 85.92 ↑

12 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 6 меңдән ашҡан

Йәмғиәт

Башҡортостанда СOVID-19 йоҡтороусылар һаны 6014-кә еткән. Һуңғы тәүлектә 47 осраҡ асыҡланған. Был турала Өфө мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Роспотребнадзор идаралығының эпидемиологик күҙәтеү бүлеге етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөлфиә Камаева белдерҙе.

Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов һүҙҙәренсә, әлегә битлекте сисергә ярамай, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәктәренә полиция менән берлектә халыҡ күп йөрөгән урындарҙа иҫкәртеү рейдтарын уҙғарыуҙы дауам итергә кәрәк.

Бынан алда хәбәр ителеүенсә, республикала ковид-госпиталдәрҙең койка фонды 30% тулған, ә яңы коронавирус инфекцияһына иммунитет кимәле 5,4% тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/1472573-v-bashkirii-chislo-zabolevshikh-koronavirusnoy-infektsiey-prevysilo-6-tysyach-chelovek/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть