Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Булат Йосопов Истанбулға Халыҡ-ара кинофестиваль жюрийына саҡырылған

Мәҙәниәт

Билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов V Халыҡ-ара төрки донъяһының документаль кино фестивале жюрийына саҡырылған. Сара быйыл көҙ Төркиәлә уҙғарыла.

Төрөк тамашасыһы Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмдары менән таныш. Фильмдар төрөк телендә Altin Koza (Адана), Malatya International Film Festival (Малатья), Рандеву-Истанбул фестивалдәрендә күрһәтелеп, эксперттарҙың баһаһын алды. Картиналарҙың юғары сифаты һәм документаль нигеҙ Төрөк Республикаһы кинематографистары менән профессиональ хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалды.

Кинофестивалдең темалары: «Төрөк мәҙәниәте» һәм «Донъяға төрөксә ҡараш». Фестивалде ойоштороусылар төрки телле халыҡтар режиссерҙарына ярҙам күрһәтеү, яңы исемдәр асыу, тамашасыларҙы Рәсәй, Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Босния һәм Герцеговинаның юғары сифатлы фильмдары менән таныштырыу маҡсатын ҡуйған.

Кинорежиссер Булат Йосопов сарала Башҡортостан Республикаһы исеменән ҡатнаша һәм фильмдарға эксперт баһаһын бирә.

https://www.bashinform.ru/news/1472307-bulat-yusupov-priglashen-v-zhyuri-mezhdunarodnogo-kinofestivalya-v-stambule/

    

Ләйлә Аралбаева
Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть