Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда туристик-рекреация тибындағы «Урал» махсус иҡтисади зонаһы булдырыла

Йәмғиәт

Башҡортостанда туристик-рекреация тибындағы «Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу эштәре башланды. Махсус иҡтисади зонаға Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондары инә. Был хаҡта республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдерҙе.

План буйынса, быйыл дүртенсе кварталда үҫеш концепцияһы әҙерләнә, 2021 йылда – документтарҙы өйрәнеү, 2022 йылда – ғариза биреү кампанияһын үткәреү, 2023 йылдың беренсе ярты йыллығында – Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығына ғариза биреү, 2023 йылдың икенсе ярты йыллығында «Урал» махсус иҡтисади зонаһын теркәү планлаштырыла.

Эштәр «2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында» указы сиктәрендә хөкүмәт вице-премьеры Рөстәм Моратов етәкселегендә алып барыла, тип билдәләне дәүләт комитеты рәйесе.

https://www.bashinform.ru/news/1472114-v-bashkirii-sozdaetsya-osobaya-ekonomicheskaya-zona-turistsko-rekreatsionnogo-tipa-ural/

  

Теги: туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть