Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 5 967-гә еткән

Йәмғиәт

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны алты меңгә яҡынлаша. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксе Максим Забелин мәғлүмәттәре буйынса, эпидемия башланғандан алып төбәктә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 5967 осрағы теркәлгән.

13 июлгә 355 кеше дауаханала ята, 33 пациент ауыр хәлдә. Алты кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.

Башҡортостанда 1500 сирле өйҙә дауалана. Бөтә осорҙа 3 999 кеше һауыҡҡан. Үлем осраҡтары – 19.

Шулай уҡ Максим Забелин белдереүенсә, «ковид»-госпиталдәрҙең койка фонды 30% тулған, ә республикала яңы коронавирус инфекцияһына иммунитет кимәле 5,4% тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/1472099-v-bashkirii-chislo-infitsirovannykh-covid-19-priblizhaetsya-k-6-tysyacham/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть