Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда Рәсимә Ураҡсина исемендәге шиғри конкурс бара

Мәҙәниәт

2020 йылда шағирә, уҡытыусы, ғалимә Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тула. Башҡорт теле йылына арналған Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс ошо дата уңайынан ойошторола.

Конкурста республикала һәм унан ситтә йәшәгән мәктәп йәшендәге балалар ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә шиғыр яҙырға кәрәк. Темаһы төрлө булырға мөмкин – тыуған ил, тыуған төйәк, туған тел хаҡында. Ирекле темаларға әҫәрҙәр ҡабул ителә.

Эштәрҙе [email protected] йәки akbuzat-journal.yandex.ru адресы буйынса ебәрергә кәрәк.

Ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә. Еңеүсегә Рәсимә Ураҡсина исемендәге премия тапшырыла.

Конкурс 2020 йылдың 15 сентябренә тиклем дауам итә. Конкурс һөҙөмтәләре социаль селтәрҙәргә, республика киң мәғлүмәт сараларына урынлаштырыла.  

https://www.bashinform.ru/news/1471889-v-bashkortostane-prokhodit-poeticheskiy-konkurs-imeni-rasimy-uraksinoy/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть