Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Республика стационарҙарында коронавирус менән сирләүселәр 364-кә тиклем кәмегән

Йәмғиәт

Башҡортостан стационарҙарында коронавирустан дауаланған сирлеләр һаны 364-кә тиклем кәмегән, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. 290 кеше Зубов ауылындағы яңы инфекция госпиталендә ята.

364 пациенттың 27-һе — ауыр хәлдә. Уларҙың етәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Коронавирусты еңел формаһы менән ауырыған 1909 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

«Уҙған тәүлектә 236 кеше һауығып сыҡҡан, — тип өҫтәнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Быйыл март айынан коронавирус инфекцияһына яҡынса 449 мең самаһы тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктә биш меңдән ашыу тест эшләнгән».
https://www.bashinform.ru/news/1471667-v-statsionarakh-bashkirii-chislo-bolnykhcovid-19-snizilos-do-364-chelovek/

    

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть