Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.03

EUR 88.95

20 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанға карантин шарттарында эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә түләү өсөн 321 миллион һум йүнәлтелә

Йәмғиәт

Башҡортостанда федераль бюджеттан стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү рәүешендә түләү өсөн тәғәйенләнгән 320,9 миллион һум аҡса инеүе көтөлә.

Субсидиялар ғәҙәти булмаған хеҙмәт шарттары һәм изоляция ваҡытында өҫтәмә йөкләмә өсөн түләнә.

Әле ике аҙналыҡ 5-се сменаны тамамлаған хеҙмәткәрҙәр менән иҫәпләшкәндәр, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығынан.

Башҡортостандың социаль хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр – күләме буйынса икенсе транш, беренсеһе – Иркутск өлкәһендә.

Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, карантин осоронда йорт-интернаттарҙа йәшәүселәр менән бергә тороп ҡалған социаль хеҙмәткәрҙәргә смена өсөн федераль аҡсанан – 25 мең һум, республика ҡаҙнаһынан 15 мең һум түләнә.

Әгәр социаль учреждениела яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған осраҡтар булһа, хеҙмәткәрҙәргә федераль бюджеттан – 35 мең, республика ҡаҙнаһынан 25 мең һум түләйҙәр.

Аҡса түләү осоро – 2020 йылдың 15 апреленән 15 июленә тиклем.

https://www.bashinform.ru/news/1471650-bashkiriya-poluchit-321-mln-rub-na-vyplaty-sotsrabotnikam-trudivshikhsya-v-usloviyakh-karantina/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть