Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда һунарсылыҡ хужалыҡтарын үҫтерергә мөмкинлек биргән закон ҡабул ителә

Иҡтисад

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары тәүге уҡыуҙа «Һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлау тураһында» һәм «Йәнлектәр донъяһы тураһында» республика закондарына үҙгәрештәр индерҙе. Улар ярым ирекле шарттарҙа һәм яһалма булдырылған йәшәү мөхитендә һунар итеү үҙенсәлектәрен билдәләй.

«Документ һунарсылыҡ хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Маҡсат – махсус шарттар тыуҙырылған, һунар өсөн йәнлектәр үрсетеү буйынса маҡсатлы эш ойошторолған урындарҙа ғына һунар итеү. Был сара биоресурстарҙы һаҡлауға, һунарсылыҡ хужалыҡтарынан ситтә һунар итеүҙе кәметеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Европала бындай тәжрибә күптән ҡулланыла, ә беҙҙең илдә һуңғы ваҡытта ғына популярлыҡ яулай башланы», — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Закон проектында ярым ирекле шарттарҙа һәм яһалма булдырылған йәшәү мөхитендә тотолған йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡи база билдәләнә. Бынан тыш, ошондай йәнлектәрҙе аулауға лимиттар яңынан ҡарала. Законды көҙгө сессия осоронда ҡабул итеү планлаштырыла.

  https://www.bashinform.ru/news/1471500-v-bashkirii-primut-zakon-pozvolyayushchiy-razvivat-okhotnichi-khozyaystva/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть