Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

10 июлдә мәктәп тамамлаусылар профилле математиканан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра

Йәмғиәт

10 июлдә тотош илдә 392 меңдән ашыу мәктәп тамамлаусы профилле математиканан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.

«Профиль кимәлендәге математиканан имтихан 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханының төп осорон дауам итә. Ҡатнашыу өсөн 392 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән быйыл мәктәп тамамлаған 351 меңдән ашыу уҡыусы теркәлгән. 2020 йылда база кимәлендәге математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы уҙғарылмай», — тип хәбәр итте Рособрнадзорҙың матбуғат хеҙмәте.

Профилле математика буйынса имтихан эше 19 эште үҙ эсенә алған ике өлөштән тора. Башҡарыу өсөн 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелә. Һөҙөмтәләр 24 июлдән дә һуңға ҡалмайынса билдәле була, тиелә хәбәрҙә.

Башҡортостанда профилле математика — һайлау буйынса иң популяр фәндәрҙең береһе. 19 мең мәктәп тамамлаусының 11 меңдән ашыуы ошо предметты һайлаған.  

https://www.bashinform.ru/news/1471511-vypuskniki-shkol-10-iyulya-sdayut-ege-po-profilnoy-matematike/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть