Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Өфө Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе махсус операция башланыуы тураһында иҫкәртте

Йәмғиәт

9 июлдән Өфөлә «Бурыслы» оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды. Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлау һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу. Был хаҡта Өфө Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Штраф административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләнмәһә, ғәйеплегә түләнмәгән штраф суммаһынан икеләтә күләмдә штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр тәғәйенләнә.

Ә штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бирелә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре операция барышында водителдәрҙең бурысы булыу-булмауын тикшерә.

Түләнмәгән штраф хаҡында мәғлүмәтте Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рәсми сайтында йәки госуслуги.ру сайтында алырға мөмкин.  

https://www.bashinform.ru/news/1471444-gosavtoinspektsiya-ufy-predupredila-voditeley-o-starte-spetsoperatsii/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть