Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Өфөлә эҫе булыуы сәбәпле йөк автотранспорты хәрәкәте өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде

Иҡтисад

9 июлдән 31 авгусҡаса Өфөлә көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан юғары булған саҡта йөк автотранспорты хәрәкәте өсөн ваҡытлыса сикләү индерелә. Был осорҙа киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем хәрәкәт итеү рөхсәт ителә.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, тейешле юл билдәләре һәм өҫтәмә мәғлүмәт билдәләре ҡуйыла. Транспорттың ауырлыҡ контроле лә була. Ҡарар көндәрҙең эҫе тороуына бәйле ҡабул ителде, сөнки ул асфальттың йылыныуына килтерә. Был, үҙ сиратында, юлдарҙың айырым участкаларында ял япмаһының боҙолоуына сәбәпсе булыуы мөмкин.

Бынан тыш, ҡала хеҙмәттәре юлды һыуытыу сараларын күрә. Йыуыу машиналары көсәйтелгән режимда эшләй. Һыу менән һиптереү юл япмаһының ныҡ боҙолоуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә.

https://www.bashinform.ru/news/1471143-v-ufe-iz-za-zhary-vveli-vremennoe-ogranichenie-dlya-dvizheniya-gruzovogo-avtotransporta/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть