Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Мәғариф министрлығы коронавирус арҡаһында 1 сентябрҙәге традицион линейканан баш тартты

Йәмғиәт

Быйыл 1 сентябрҙә мәктәптәрҙә традицион линейкалар булмай. Был хаҡта «Пандемияның тәүге йомғаҡтары: саҡырыуҙар һәм донъя мәғариф системаһы өсөн яңы мөмкинлектәр» халыҡ-ара конференцияһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итте.

«Беҙ уларҙы бер аҙ башҡа форматта уҙғарабыҙ, ләкин уҡыусылар һәм уҡытыусылар мәктәпкә килә һәм белем биреү процесы башлана», — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Шул уҡ ваҡытта ведомство етәксеһе белем биреү учреждениеларында 1 сентябрҙең нисек үтәсәген әйтмәне. Уның һүҙҙәренсә, яңы уҡыу йылы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башлана. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 сентябрҙән Башҡортостандың Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондарының 1-5-се класс уҡыусылары берҙәм мәктәп формаһына күсә. Был муниципалитеттарҙа һынау проекты сифатында берҙәм мәктәп формаһын индерә башлайҙар.  

https://www.bashinform.ru/news/1471017-minprosveshcheniya-otmenilo-traditsionnye-shkolnye-lineyki-1-sentyabrya-iz-za-koronavirusa/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть