Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.03

EUR 88.95

20 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «7 егет» реалити-шоуын төшөрөү башлана

Мәҙәниәт

Башҡортостанда «7 егет» реалити-шоуының икенсе миҙгелен төшөрөү башлана. Тапшырыу Урал аръяғының күркәм урындарында – Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында төшөрөлә.

Шоуға тотош республиканан: Ишембай, Ейәнсура, Белорет, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Учалы райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан егеттәр һайлап алынған. Ете ҡатнашыусы үҙенсәлекле шарттарҙа үҙҙәрен ныҡлыҡҡа һынап ҡарай. Көн һайын улар ғәҙәти тормошта бөтөнләй таныш булмаған яңы һөнәргә өйрәнергә тейеш. Әйтәйек, балта оҫталығы, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ серҙәренә төшөнөү, тимерҙән, күндән, туҙҙан әйберҙәр эшләү, уҡтан атыуҙа ярышыу.

Проект еңеүселәрен телетамашасылар смс-тауыш биреү ярҙамында билдәләй. Һәр тапшырыу эфирға сыҡҡандан һуң тамашасыларҙың оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш биреү мөмкинлеге була. Проекттың финалы республиканың танылған шәхестәре һәм меценаттар менән ҙур сара итеп үткәрелә, унда шоуҙың еңеүселәре бүләкләнә. Ҡатнашыусыларҙы конкурсты ойоштороусыларҙан төрлө бүләктәр көтә. Төп приз – башҡорт тоҡомло ат.

Проект мәҙәни традицияларҙы, шул иҫәптән халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм пропагандалауға, йәш быуынды илһөйәрлек рухында, тыуған ергә һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Проект авторы – журналист һәм продюсер Рита Өмөтбаева.

«7 егет» проекты 2019 йылдың сентябрендә Башҡортостан спутник телевидениеһында старт алды. Реалити-шоуҙа ҡатнашыусылар республика шифаханаларынан, спонсорҙарҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Төп приз – башҡорт тоҡомло ат Әбйәлил егетенә эләкте. Проекттың икенсе миҙгелен телетамашасыларҙың һорауы буйынса төшөрәләр.

https://www.bashinform.ru/news/1470620-v-bashkortostane-nachinayutsya-semki-realiti-shou-7-eget/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть