Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда проблемалы йорттар төҙөлөшө өсөн махсус штаб яуап бирә

Иҡтисад

Башҡортостанда күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы координациялау буйынса республика штабы ойошторола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Уның рәйесе итеп Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәғәйенләнде.

Тәү сиратта штаб «Эрмитаж. Горсовет», «Эрмитаж на Ленина», «Белая река», «Московский», «Миловский парк» һәм «Серебряный ручей» кеүек проблемалы объекттар өсөн яуаплы.

Бойороҡҡа «Төҙөлөш сәғәте» ултырышы йомғаҡтарына ярашлы ҡул ҡуйылды, унда республика етәксеһе проблеманы ентекләп өйрәнеү һәм системалы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләләре менән махсус структура шөғөлләнәсәген билдәләне.

Башҡа объекттар Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында ҡала.

Штаб республика башлығына мәғлүмәтте даими еткереп торорға тейеш.

«Башҡортостанда алданған өлөшсөләр төшөнсәһе булмаһын. Бурысыбыҙ – төҙөлөп бөтмәгән объекттарға бәйле проблемаларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итеү. Ошондай «бай мираҫ»тан ҡотолоу өсөн барыһын да эшләйбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/1470520-v-bashkirii-kurirovat-stroitelstvo-problemnykh-domov-budet-osobyy-shtab/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: өлөшсөләр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть