Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

«Янғантау» геопаркы бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә инде

Йәмғиәт

«Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә тәүгеләрҙән булып бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә инде. Был хаҡта ойошманың Ассамблеяһында белдерҙеләр, ул коронавирус инфекцияһына бәйле онлайн уҙҙы.

Бынан алда геопарк булдырыу идеяһы авторы һәм «Янғантау» шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев һөйләүенсә, сит ил туристары өсөн бындай статус – маркер, сифат һәм хәүефһеҙлек күрһәткесе.

Геопарк – асыҡ һауалағы музей, уның төп экспонаттары – тауҙар, мәмерйәләр, геологик киҫелештәр, минералдар һәм файҙалы ҡаҙылмалар. Инеү сикләнгән милли парктарҙан айырмалы, геопарк туристар өсөн асыҡ.

«Беҙҙең өсөн был ЮНЕСКО аша бөтә донъяға реклама, тимәк, халыҡ-ара туризмды үҫтереү, танылыу яулау һәм төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген күтәреү. Ябай миҫал — республика геопаркы статусын алғандан һуң, күп көс һалмайынса, бер йылда туристар ағымын визит-үҙәк аша ике тапҡырға арттырҙыҡ. Нимә эшләнек – маршруттар әҙерләнек, Башҡортостан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең турфирмалары менән килешеүҙәр төҙөнөк, социаль селтәрҙәрҙә эште әүҙемләштерҙек. Һөҙөмтә: кешеләр беҙгә ҙур теләк менән ял итергә килә башланы. «Янғантау» геопаркын тиҫтәләгән илдә күрһәттек, беҙгә төрлө илдәрҙән донъяның фән өлкәһендәге данлыҡлы шәхестәре һәм юғары кимәлдәге белгестәр килде, социаль селтәрҙәр көн һайын ике телдә эш алып бара», — тигәйне ул.

Салауат районында геопарк 20-нән ашыу геологик объектты берләштерә, уларҙың өсәүһе (Мәсетле киҫелеше, Оло Лука киҫелеше, Янғантау тауы) – халыҡ-ара, 10-һы – милли, 21 объект белем арттырыу әһәмиәтенә эйә. Биләмәлә Ҡыҙыл китапҡа ингән бик күп үҫемлектәр үҫә, йәнлектәрҙең һирәк осрай торған төрҙәре йәшәй. Геопарк тураһында тулыраҡ бында уҡырға.

https://www.bashinform.ru/news/1470468-geopark-yangan-tau-voshel-vo-vsemirnuyu-set-yunesko-/

  

Артем Антонов
Теги: Янғантау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть