Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Өфө үҙәгендә ике элиталы йортто федераль аҡсаға төҙөп бөтөрәләр

Иҡтисад

Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды Өфө үҙәгендәге «Регионстройкомплекс» девелоперы тамамламаған ике йортто төҙөп бөтөрөү өсөн 668 миллион һум бүлде. Улар – М.Кәрим урамындағы литер 378-се һәм Дорофеев, Чернышевский, Минһажев, Коммунистик урамдары кварталындағы литер 3-сө йорттар. Өфөнөң 110 алданған өлөшсөһөнөң проблемаһы хәл ителергә тейеш.

Өлөшләтә төҙөлөштөң тамамланмаған объекттарын файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләһе Республика Йортонда уҙған «Төҙөлөш сәғәте»ндә тикшерелде.

Шулай уҡ «Госстрой» төҙөүсеһенең объекттарын тамамлау эштәренә тотонған Мәскәү өлкәһе компанияһының йыл аҙағына тиклем 800-ҙән ашыу өлөшсөгә фатир тапшырырға йыйыныуы хаҡында белдерелде.

Уҙған аҙнала Нефтекамала бөлгөнлөккә төшкән «Интерграл» компанияһының 29-сы күп фатирлы йорто сафҡа индерелде. Ҡалала ошо төҙөүсенең тағы бер проблемалы объекты ҡала, ул да йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/1470159-fond-zashchity-prav-dolshchikov-vydelil-668-mln-rub-na-dostroyku-dvukh-domov-v-tsentre-ufy/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть