Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Өфөлә иҫтәлекле урындарға яңы күрһәткестәр ҡуя башланылар

Йәмғиәт

Өфөнөң тарихи үҙәгендә һәм йәйәүлеләр зоналарында Өфө ҡунаҡтарына театрҙарға, музейҙарға, парктарға һәм башҡа иҫтәлекле урындарға уңайлы маршрут табырға ярҙам иткән заманса күрһәткестәр ҡуя башланылар.

Был хаҡта Facebook социаль селтәрендә Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Фадеев хәбәр итте.

Күрһәткестәрҙең береһе Коммунистик урамында барлыҡҡа килгән: бағанала Ҡунаҡһарай, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Археология һәм этнография музейы яғына йүнәлештәр менән табличкалар урынлаштырылған. Уларҙа объектҡа тиклем ара ла күрһәтелгән.

Николай Фадеев һүҙҙәренсә, Өфөлә туристик навигация үҫешә, ә уның киләсәге Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов менән тикшерелде.

  https://www.bashinform.ru/news/1470081-v-ufe-nachali-ustanavlivat-novye-ukazateli-k-dostoprimechatelnostyam/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть