Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.63

EUR 87.17

10 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Алина Сафина – Туймазы театры директоры вазифаһын башҡарыусы

Мәҙәниәт

Туймазы дәүләт драма театрында директор вазифаһын Алина Сафина башҡара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, театрҙың элекке директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин июндә Өфө «Нур» татар дәүләт театры етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Алина Сафина 2002 йылда директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары булараҡ эшкә ҡабул ителә. 2006 йылдан директорҙың дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары була.

«Директорҙың дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫарына театрҙың финанс-хужалыҡ эшмәкәрлегенә етәкселек итеү бурысы йөкмәтелгән. Был эш күп яҡлы һәм күләмле, Алина Ғәли ҡыҙы үҙ һөнәренең оҫтаһы, тәжрибәле белгес булараҡ, был эште яҡшы алып барҙы», — тип хәбәр иттеләр театрҙан.

Бөгөн театр труппаһы ялдан сыҡты һәм киләһе миҙгелгә ижади пландар билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/1469899-v-tuymazinskom-teatre-i-o-direktora-stala-alina-safina/

  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть