Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.27 ↑

EUR 89.48 ↑

23 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Торатау итәгендә эко-отель асылды

Иҡтисад

2020 йылдың 3 июлендә «Торатау» геопаркында эко-отелде асыу тантанаһы уҙҙы. Отель Ишембай районында Торатау итәгендә урынлашҡан ете тирмәнән һәм кафенан тора. Башҡорт тирмәләре ҡурай сәскәһе тажы формаһында ҡоролған.

Әлеге эко-отелде төҙөү идеяһы — урында йәшәүсе Тимур Искәндәровтыҡы. 2015 йылда уҡ уның Башҡортостандың күркәм мөйөшөндә асыҡ һауала туристар өсөн лагерь ойоштороу хыялы барлыҡҡа килгән. Тимур урындағы тәбиғәткә, уның үҙенсәлегенә ғашиҡ. Уға хыялын тормошҡа ашырырға фекерҙәштәр командаһы ярҙам иткән. «Торатау» геопаркы вәкилдәре, Ишембай районы хакимиәте һәм урындағы эшҡыуарҙар ҡатнашҡан.

«Торатау» эко-отеле туристарҙы йәй көнө генә түгел, һалҡын миҙгелдә лә ҡабул итергә ниәтләй. Көҙгә табан бөтә тирмәләрҙе лә  йылыталар. Әле эко-отель биләмәһендә ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Туристарға бер нисә күңел асыу программаһы тәҡдим итеү ҡаралған. Хәҙер тауға гид менән менергә була. Шулай уҡ атта, велосипедта йөрөргә, милли аш-һыу менән һыйланырға, башҡорт тирмәләренең йыһазын күрергә мөмкин. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, яҡын ҡалаларҙан автобустарҙы рейсҡа сығарыу ниәте бар.

https://www.bashinform.ru/news/1469619-u-podnozhiya-gory-toratau-otkrylsya-eko-otel-/

      

Сергей Николаев
Теги: эко-отель
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть