Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан башлығы халыҡ исеменән тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскәләр һалды

Сәйәсәт

Өфөнөң Еңеү паркында тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҙғарған сара Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» маҡтаулы исемен биреүгә бағышланды. Рәсәй президентының тейешле указына 2 июлдә ҡул ҡуйылды.

Республика Йортоноң матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, башлыҡ Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән сәскәләр һалды. Паркта республика етәксеһе ветерандар һәм өфөләр менән аралашты, уларҙы мөһим ваҡиға менән ҡотланы.

Республика башлығы ҡаланың статусын яңы архитектура объектында сағылдырыу пландары хаҡында һөйләне: «Был исем – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе яҡынайтҡан һәм тылда эшләгән меңләгән кешенең хеҙмәтен таныу ул. Был ил президентының ҡалабыҙ тарихын хөрмәт итеүе лә, шуныһы бик һөйөнөслө. Был беҙҙе ҡанатландыра һәм артабан эшләү теләген тыуҙыра. Бөгөн беҙ был фактты ниндәйҙер һәйкәлдә сағылдырыу йәки Өфөгә ингән ерҙә триумфаль арка ҡуйыу тураһында уйлайбыҙ».

https://www.bashinform.ru/news/1469325-glava-bashkirii-ot-imeni-naroda-vozlozhil-tsvety-k-pamyatniku-truzhenikam-tyla/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть