Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Кушнаренко районында еләк агропаркы ойошторорға йыйыналар

Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында Әхмәт ауылындағы «Столыпино» агрокомплексы биләмәһендә булды. Ул тулы цикллы – ултыртыу материалын етештереүҙән алып шәхси федераль дилер селтәре аша эшкәртеүгә һәм һатыуға тиклем – еләк-емеш хужалығы. Компанияның коммерция директоры Радмир Ғәлиев һүҙҙәренсә, хужалыҡ лицензиялы килешеүҙәр төҙөгән һәм Рәсәйҙең алдынғы селекция институттары, предприятиелары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалған.

Бында республиканың климат зонаһы өсөн яраҡлы еләк-емеш культураларының 150-нән ашыу сорты үҫтерелә. Улар иҫәбендә – ҡайын еләге, ҡарағат, крыжовник, арония, ҡурай еләге, гөлйемеш, женьшень, алма, груша, маньчжур сәтләүеге.

Компанияның маҡсаты – Рәсәйҙә иң эре еләк-емеш хужалығы булыу, шулай уҡ районда «Восход» баҡсаһын тергеҙеү, уның нигеҙендә агропарк булдырыу.

Йәш аграрийҙарҙың энергияһы күп, һис шикһеҙ, барыһы килеп килеп сығыр, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙ «Ауыл сәғәте»н үткәрә, иттең кәштәгә нисек эләгеүен, еләк-емеш етештереүҙең нисек яйға һалыныуын ҡарай башланыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бындай хужалыҡтарҙы тергеҙербеҙ, ошондай егеттәр өсөн ниндәй ярҙам сараларын ҡарарға кәрәклеген уйларбыҙ».  

https://www.bashinform.ru/news/1469085-v-kushnarenkovskom-rayone-bashkirii-sobirayutsya-sozdat-krupnyy-yagodnyy-agropark/

  

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть