Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Өфө мэры «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исеме бирелеү тураһында: Был — халҡыбыҙҙың ҡаҙанышы

Йәмғиәт

Өфө мэры Өлфәт Мостафин өфөләрҙе ҡаланың «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем алыуы менән ҡотланы.

«Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был исемгә үҙҙәренең хеҙмәт батырлыҡтары һәм ҡаҙаныштары менән фашизмды Еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалалар лайыҡ була. Өфө – илебеҙҙең һуғыш йылдарында еңеү яулаған күп кенә ҡалаларының береһе.

Башҡортостандың баш ҡалаһын яҡлап сыҡҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтәм, — тип мөрәжәғәт итте ҡала башлығы. — Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика халҡының 1 миллион 200 мең ҡултамғаһын йыя алдыҡ.

Тәү сиратта был — ҡалабыҙҙың ҡаҙаныштарын таныу һәм өлкән быуынға хөрмәт күрһәтеү ул. Ул ауыр йылдарҙа һәр кем Еңеү һәм Бөйөк Тыуған ил өсөн йәшәне һәм эшләне. Һуғыштың тәүге көндәренән үк Өфөлә хәрби юҫыҡта эш башлана. Ҡалабыҙҙа эвакуацияланған сәнәғәт предприятиелары урынлаштырыла. Өфө фронтҡа ҡорамалдар, боеприпастар, формалы кейем оҙата, бында хәрби техника өсөн двигателдәр йыйыла, армия өсөн автомобилдәр ремонтлана, билдәле «Салауат Юлаев», «Александр Невский», «Полководец Суворов», «Өфө» бронепоездары ошонан фронтҡа китә.

Маҡтаулы исем Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итер һәм үҫеп килгән быуынға өлгө булыр тип ышанам.

Барлыҡ өфөләрҙе ҡалаға «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтауы исем бирелеү менән ҡотлайым!».

https://www.bashinform.ru/news/1468932-mer-ufy-o-prisvoenii-zvaniya-gorod-trudovoy-doblesti-eto-zasluga-vsego-nashego-naroda/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть