Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Өфөлә бушлай социаль такси эшләй башланы

Йәмғиәт

Өфөлә социаль такси эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығынан.

Беренсе төркөм инвалидтары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр айына биш тапҡыр «Deafмобиль» социаль такси хеҙмәте менән файҙаланыу хоҡуғына эйә.

«Deafмобиль» водителдәре көн һайын иртәнге 7-нән киске 10-ға тиклем йөрөй. Ултырғанда пассажирға инвалидлыҡ тураһында белешмә һәм шәхесте раҫлаған документ күрһәтергә кәрәк», — тип өҫтәнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Такси хеҙмәтләндереүенә ғаризалар дүшәмбенән йомаға хәтлем иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8(347)284-55-22 һәм 8-963-894-14-31 телефондары буйынса ҡабул ителә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, проектты Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы булышлығында республика башлығы гранты аҡсаһына Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса ойошмаһы ғәмәлгә ашыра.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә 9 меңдән ашыу беренсе төркөм инвалиды һәм инвалид бала йәшәй.

Социаль проект һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә социаль объекттарға транспорт менән барыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

https://www.bashinform.ru/news/1468960-v-ufe-zarabotalo-besplatnoe-sotsialnoe-taksi/

    

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть