Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Путиндың Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү тураһында указы баҫылып сыҡты

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин 20 ҡалаға, шул иҫәптән Өфөгә Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

«Халҡы 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ирешеүгә, сәнәғәт предприятиеларында туҡтауһыҙ хәрби һәм гражданлыҡ продукцияһы менән тәьмин итеүгә тос өлөш индергән, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт батырлығы, фиҙакәрлек күрһәткән өсөн Боровичи, Екатеринбург, Иваново, Ижевск, Иркутск, Ҡазан, Магнитогорск, Түбәнге Новгород, Түбәнге Тагил, Новокузнецк, Новосибирск, Омск, Пермь, Һамар, Һарытау, Томск, Ульяновск, Өфө, Силәбе, Ярославль ҡалаларына Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемен бирергә».

Был ваҡиғаны Өфөлә Ленин майҙанында 10 минутлыҡ салют менән билдәләйҙәр. Уҙғарыу көнөн һәм ваҡытын мэрия һуңыраҡ хәбәр итә.

https://www.bashinform.ru/news/1468848-opublikovan-ukaz-putina-o-prisvoenii-ufe-zvaniya-gorod-trudovoy-doblesti/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть