Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.03

EUR 88.95

20 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы башланды

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһының башланыуы тураһында иғлан итте.

Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү

Мәктәп кәрәк-яраҡтары «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола. Үҙәктәрҙең адресын һылтанма буйынса табырға мөмкин.

Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.

Ярҙам Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә. Йомғаҡ сентябрь башында яһала.

Министрлыҡта белдереүҙәренсә, былтыр акция барышында аҙ тәьмин ителгән, ишле, тулы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙәге балаларға  яҡынса 10 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.  

https://www.bashinform.ru/news/1468460-v-bashkirii-startovala-aktsiya-pomogi-sobratsya-v-shkolu/

            

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть