Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.38 ↓

EUR 86.50 ↑

5 август, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда халыҡтың 88,68% Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш бирҙе – Үҙәк һайлау комиссияһы

Сәйәсәт

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һүҙҙәренсә, 2 июлгә иртәнге сәғәт 9-ға 2 миллион 763 кеше тауыш биреүҙә ҡатнашты, был 90,83% тәшкил итә. Ҡалаларҙа һайлаусыларҙың килеүе – 88,28%, райондарҙа 93,73% тәшкил итте. Республиканың баш ҡалаһында әүҙемлек – 86,85%.

Шулай уҡ республикала һайлаусыларҙың Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауышы нисек бүленеүе билдәле булды. Илона Макаренко әйтеүенсә, 2 миллион 448 мең кеше, йәғни 88,68% «эйе» тип тауыш бирҙе. Өфөлә тауыш биреүселәрҙең 83%, ҡалаларҙа — 86,73%, райондарҙа 91,95% илдең төп законына үҙгәрештәр өсөн үҙ фекерен әйтте.

Яҡынса 293 мең кеше, 10,6% «юҡ» тип тауыш бирҙе. Өфөлә һайлаусыларҙың 16% яҡыны Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләргә ҡаршы булыуын белдерҙе.

Торған урыны буйынса ғаризалар буйынса 30 меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе, йәки «Мобиль һайлаусы» механизмын ҡулланыусыларҙың дөйөм һанынан 78,8%. Тауыш биреү өсөн бинанан ситтә йәки өйҙә тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар һаны тауыш биргәндәр һанынан 15% ашыу тәшкил итте. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандарҙың 84,77% тауыш бирҙе.

1 июлдә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙең төп һәм һуңғы көнө тамамланды. Эпидемиологик хәлде һәм халыҡтың хәүефһеҙлеген иҫәпкә алыу кәрәк булғанлыҡтан, рәсәйҙәр аҙна буйына – 25 июндән 1 июлгә тиклем тауыш бирергә мөмкин тигән ҡарар ҡабул ителде.

https://www.bashinform.ru/news/1468442-v-bashkirii-88-68-zhiteley-progolosovali-za-popravki-v-konstitutsiyu-rf-tsik-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть