Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Өфөлә быйылғы мәктәп тамамлаусылар араһында иң популяр берҙәм дәүләт имтиханы фәндәре аталды

Йәмғиәт

Дезинфекторҙар, видеокамералар, термометрия, табиптар, полицейскийҙар һәм кинологтар. Быйыл Өфөнөң сығарылыш класс уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханын ошондай шарттарҙа тапшыра. Ҡала мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова һүҙҙәренсә, 2020 йылда 5 205 ун беренсе класс уҡыусыһы мәктәп тамамлаған. Уларға дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһында 25 база әҙерләнгән.

Һайлау буйынса иң популяр фәндәр – профилле математика (3 395 уҡыусы), йәмғиәтте өйрәнеү (1 993) һәм физика (1 456).

«Һәр имтихан алдынан бинала дезинфекция үткәрелә. Ойоштороусылар һәм йәмәғәт күҙәтеүселәре шәхси һаҡланыу сараларын ҡуллана. Имтихан пункттарына ингән урында барлыҡ ҡатнашыусыларҙың һәм ойоштороусыларҙың температураһын үлсәйҙәр. Температураһы юғары һәм респиратор ауырыуҙары билдәләре булған ҡатнашыусылар пункттарға индерелмәй», — тине Елена Хаффазова.

Хәүефһеҙлекте Өфө полицейскийҙары күҙәтә, ә оператив медицина ярҙамы өсөн шәфҡәт туташтарының һәм табиптарҙың дежурлығы ойошторола. Кинологтар махсус өйрәтелгән эттәр менән мәктәп биләмәләрен тикшереп сыға.  

https://www.bashinform.ru/news/1467755-v-ufe-nazvali-samye-populyarnye-predmety-ege-sredi-vypusknikov-2020-goda/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть