Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Регина Мөҙәрисова Өфө балалар филармонияһы директоры итеп тәғәйенләнде

Мәҙәниәт

Регина Мөҙәрисова Өфө балалар филармонияһы директоры итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә иғлан ителде.

Филармонияның 53 ижади коллективында һәм клуб ойошмаларында 3-тән 24 йәшкә тиклемге 1100-ҙән ашыу ҡатнашыусы шөғөлләнә. Балалар филармонияһы төрлө жанр йүнәлешендәге бейеү коллективтарын (эстрада, халыҡ, бал), йыр студияларын, «Сулпан» өлгөлө цирк коллективын, «Тылсымлы рампа» халыҡ театрын һәм башҡа коллективтарҙы берләштерҙе.

Филармонияның төп бурысы – йәш һәләттәрҙең ижади башланғыстарына ярҙам итеү, балалар һәм йәштәр араһында ижади эшмәкәрлектең яңы формаларын үҫтереү, үҫеп килгән быуынды классик һәм халыҡ сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләрендә тәрбиәләү.

https://www.bashinform.ru/news/1467745-direktorom-ufimskoy-detskoy-filarmonii-naznachena-regina-mudarisova/

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть