Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Республикала тәүлегенә коронавирус йоҡтороуҙың 46 яңы осрағы асыҡланған

Йәмғиәт

30 июнгә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының рәсми раҫланған осрағы —5 361. Тәүлек эсендә республикала 46 кеше сир йоҡторған, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

Һуңғы тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар тураһында хәбәр ителмәй, рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, әле улар – 18 кеше. Был һан һуңғы бер нисә аҙна дауамында үҙгәрмәй.

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса штаб мәғлүмәтенә ярашлы, хәҙерге ваҡытта сирлеләр 2 348 кеше тәшкил итә, һауығып сыҡҡандар — 2 995.

Рәсәйҙә тәүлек эсендә 6 693 яңы коронавирус осрағы раҫланған. Бөтәһе 647 849 сирле асыҡланған. Бөтә осорҙа илдә 9 320 кеше коронавирустан вафат булған, 154-е — һуңғы тәүлектә.

Һуңғы тәүлектә илдә 9 220 кеше дауахананан сығарылған. Илдә һауыҡҡан пациенттар һаны 412 650-гә еткән.

https://www.bashinform.ru/news/1467670-v-bashkirii-za-sutki-vyyavili-novykh-46-sluchaev-koronavirusa-/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть