Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Сөләймәновтар йорто» мәҙәни мираҫ объекттары дәүләт реестрына индерелде

Мәҙәниәт

Мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестры «Сөләймәновтар йорто» менән тулыланды. Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының «Сөләймәновтар йортон (Кийкова А.А.)» исемлеккә индереү тураһында бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Төбәк әһәмиәтендәге ҡомартҡы Өфөнөң Туҡай урамында урынлашҡан, 31-се йорт.

Сөләймәновтар йорто 1870-1880 йылдарҙа Туҡай урамының усадьба участкаһында төҙөлгән (элек Фроловская, Воскресенская). Ул Ырымбур мосолман диниә назаратының өсөнсө мөфтөйөнөң улы ахун Шәрәфетдин  Ғәбделвәхит улы Сөләймәновтыҡы булған. Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бина нисек төҙөлгән, шул килеш һаҡланған.

ХХ быуатта биналағы фатирҙарҙың береһендә икенсе саҡырылыш СССР-ҙың Юғары Советы депутаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Рәҡиә Шәйхәттар ҡыҙы Ҡотлобаева йәшәгән.

Тарихи-мәҙәни экспертизаны республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре үткәргән.  

https://www.bashinform.ru/news/1467223-v-ufe-dom-suleymanovykh-vnesli-v-gosreestr-obektov-kulturnogo-naslediya-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть