Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

«Ҡайһы берҙә кешеләр мауығып китә»: республикала йәшәүселәрҙең урманда юғалыу осраҡтары йышайҙы

Йәмғиәт

Башҡортостанда кешеләрҙең урманда юғалыу осраҡтары йышайҙы. Был еләк, бәшмәк йыйыу миҙгеле менән бәйле. 29 июндә хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, уҙған аҙнала Система-112-гә урманда юғалыусылар тураһында туғыҙ хәбәр килгән.

«Белорет районында 24 июндә урманға киткән 28 йәшлек ир-егет буйынса эҙләү эштәре һаман да дауам итә», — тине ведомство етәксеһе. Шулай уҡ республикала йәшәүселәрҙе урманда үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырҙы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына ошо хәлгә иғтибар итергә кәңәш бирҙе.

«Ысынлап та, юлдан китеп бараһың — юл буйында машиналар тора: яланда күбеһе еләк йыя. Күптәнге, изге йола, ләкин ҡайһы берҙә кешеләр мауығып китә», — тип билдәләне республика башлығы.
  

https://www.bashinform.ru/news/1467124-inogda-lyudi-uvlekayutsya-uchastilis-proisshestviya-s-poteryavshimisya-v-lesu-zhitelyami-bashkirii/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть