Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Республика башлығы: «Башҡортостан – тауыш биреү динамикаһы буйынса илдә өсөнсө»

Сәйәсәт

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү дауам итә. Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тауыш биреүҙең нисек барыуы хаҡында һөйләне.

«Беҙҙең халыҡ бик юғары һайлау мәҙәниәтен күрһәтә. Күпселек тауыш биргән дә инде. Беҙ Рәсәйҙә тауыш биреү динамикаһы буйынса өсөнсө йәки дүртенсе. Ял көндәрендә, әлбиттә, аҙыраҡ кеше тауыш биргән. Бер яҡтан, ҡыуандым: ҡала буйлап йөрөнөм – урамдар буш – бик һәйбәт, социаль дистанция һәм изоляция һаҡлана», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына 1 июлдә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүгә контролде көсәйтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

«Әлбиттә, төп тауыш биреү көнө – 1 июль, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүгә иғтибар итеүҙе һорайым, сөнки бындай көндәрҙә этеш-төртөш, сират юҡ, ә халыҡтың төп ағымы 1 июлдә  илеүе мөмкин. Бер нисә муниципалитет башлығы һүҙҙәренсә, тауыш биреүҙең беренсе көнө тамамланыуға, 25 июндә, ҡайһы бер ауылдар 100% тауыш биргән», —  тине Башҡортостан башлығы.
https://www.bashinform.ru/news/1467177-glava-bashkirii-nashi-zhiteli-pokazyvayut-ochen-vysokuyu-izbiratelnuyu-kulturu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть