Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.23 ↑

EUR 85.95 ↓

13 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 18 меңгә еткән

Иҡтисад

Йыл башынан Башҡортостанда 17 900 үҙмәшғүл теркәлгән, был планлаштырылғандан 60,5 процент, тип хәбәр иттеләр дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Йыл аҙағына төбәктә үҙмәшғүлдәр һаны кәмендә 29 600-гә етергә тейеш.

Ялланма эшсе йәлеп итмәйенсә эшләгән һәм «Һөнәри килемгә һалым» махсус һалым режимын файҙаланған физик берәмектәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы үҙмәшғүл тип атайҙар.

Башҡортостан «Һөнәри килемгә һалым» махсус һалым режимы ғәмәлдә булған төбәктәр иҫәбенә инә.

Мәскәүҙә, Мәскәү, Калуга, Воронеж, Волгоград, Ленинград, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Омск, Ростов, Һамар, Сахалин, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләрендә, Татарстанда, Санкт-Петербургта, шулай уҡ Красноярск, Пермь крайҙарында, ХМАО – Юграла һәм Ямал-Ненец автономиялы округында ошондай режим ғәмәлдә.

1 июлдән башҡа төбәктәр ҙә үҙ теләге буйынса тәжрибәгә ҡушыла ала.

  https://www.bashinform.ru/news/1467057-chislennost-samozanyatykh-v-bashkirii-dostigla-18-tysyach-chelovek/

  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть