Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.63

EUR 87.17

10 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда мәктәп яны лагерҙарын асыу көнө күсерелде

Йәмғиәт

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәктәп яны лагерҙарын асыу көнөн күсерергә хәл итте. Бынан алда республика хөкүмәте 1 һәм 3 июлдә балаларҙы мәктәп яны лагерҙарына ялға ебәрергә йыйынғайны.

«Әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә гөнаһ алмайыҡ. Роспотребнадзор ярамай тип әйтә икән, тимәк, ярамай, сөнки сир таралһа, бының енәйәт эҙәрлекләүе булыуы мөмкин, — тине Радий Хәбиров. – Яҡынса 13-15 июлгә билдәләйбеҙ. Күҙәтеп барырбыҙ».

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, төбәк шифаханалары ла әлегә ябыҡ килеш ҡала һәм обсерваторҙар режимында эшләүен дауам итә.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, 29 июнгә республикала COVID-19 йоҡтороуҙың 5 315 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 48-гә артҡан. Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, артым темпы 1% аҙыраҡ.

«693 пациент – стационарҙа, уларҙың 32-һе – ауыр хәлдә, – тип өҫтәне Максим Забелин. – 1734 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә 17 пациент һауығып сыҡҡан. Яңы коронавирус инфекцияһын еңгәндәрҙең дөйөм һаны — 2870».

Республикала 18 кеше коронавирустан вафат булған.

https://www.bashinform.ru/news/1467063-v-bashkirii-perenesli-otkrytie-prishkolnykh-lagerey/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть