Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.63

EUR 87.17

10 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Мишустин балалы ғаиләләргә яңы түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумлыҡ түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итте ТАСС.

Июндә түләү алғандарға ул июлдә автоматик рәүештә күсерелә.

«Өс йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүҙәр йәки 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләү алған ата-әсәләргә яңынан ғариза бирергә кәрәкмәй. Уларға аҡса Пенсия фонды ҡарамағында булған мәғлүмәттәр нигеҙендә күсерелә», — тип билдәләнә Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте белдереүендә.
Кемдәр бындай пособие алып өлгөрмәгән, 1 октябргә тиклем ғариза  тапшырырға тейеш. Улар июнь-июль өсөн түләүҙәрҙе бер юлы ала.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй президенты Владимир Путин йәнә балалы ата-әсәләргә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Яҙ көнө ул апрелдән июнгә тиклем өс йәшкә тиклемге һәр балаға 5 мең һум түләргә тәҡдим иткәйне. Өс йәштән 16 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралды.

23 июндә Владимир Путин рәсәйҙәргә телемөрәжәғәтендә икенсе тапҡыр 10 мең һум күләмендә пособие түләү тураһында әйтте. 16 йәшкә тиклемге балаһы булған бөтә ғаиләләргә лә ошондай финанс ярҙамы күрһәтелә. Мишустин 25 июндә хөкүмәт ултырышында был маҡсатҡа 270 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелеүен хәбәр итте.  

https://www.bashinform.ru/news/1466436-mishustin-podpisal-postanovlenie-o-novoy-vyplate-semyam-s-detmi/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть